25 МАРТ Р. ӨМӨТБАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫНДА БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ МӘҒӘРИФ, ФӘН, БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕН ҮҪТЕРЕҮ БУЙЫНСА КОМИССИЯ РӘЙЕСЕ ҠАТНАШЛЫҒЫНДАҒЫ МЕТОДИК СОВЕТ УҘҘЫ
Башҡорт телен үҫтереү,һаҡлау кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Сибай ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп директорҙары һәм балалар баҡсаһы мөдирҙәре йыйылды.
"Ҡурай" балалар баҡсаһының мөдире Аргимбаева Алсу Фәнил ҡыҙы "Ҡурай" балалар баҡсаһында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып сығыш яһаны. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Закондар талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә, балаларҙы милли мөхитә тәрбиәләүгә балалар баҡсаһында ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында әйтте. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт телдең дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Беҙ тәрбиә биргән балаларыбыҙ киләсәктә рухлы, илһөйәр булып тыуған илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыр тип ышынабыҙ , - тип тамамланы ул.
Методик советтың икенсе өлөшөндә осрашыуҙа ҡатнашыусылар "Ҡурай" балалар баҡсаһында дауам итте. Педагогтар һәм балалар ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаһының тормошо менән таныштырҙы. Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса Комиссия рәйесе Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы балалар менән аралашып "Аҡбуҙат" журналын бүләк итте. Ҡунаҡтар "Ҡурайҙа" эшләүсе татыу коллективҡа эштәрендә артабан да уңыштар теләп хушлаштылар.