1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 1990 ЙЫЛДЫҢ 11 ОКТЯБРЕНДӘ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ СУВЕРЕНИТЕТЫ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ ҠАБУЛ ИТЕЛДЕ

1990 ЙЫЛДЫҢ 11 ОКТЯБРЕНДӘ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ СУВЕРЕНИТЕТЫ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ ҠАБУЛ ИТЕЛДЕ

Октябрь 10, 2023 Просмотров: 23

Ә 1992 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы тигән исем бирелде. Ошо ваҡиғаны һәр бер кеше яҡшы белергә тейеш. Шуға күрә лә "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Бөркөт" уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Сәскә ат- республикам" милли белем биреү аҙналығында бик әүҙем булдылар. Башҡортостан республикаһының символдары, тәбиғәте, батырҙары һәм халыҡ уйындары менән таныштылар, күңел сараһы менән йомғаҡлап ҡуйҙылар. Тыуған илде һөйөү, ғорурланыу, һаҡлау һәм уны ихтирам итеү кесе йәштән башлана ла инде. Һәр бер балаға ошоларҙы еткереү, беҙ педагогтарҙың төп маҡсаты.