1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. АТАЙҘАР БАЙРАМЫ АЙҠАНЛЫ "МИН ШАШКА УЙНАЙЫМ" ТИП ИСЕМЛӘНГӘН ШАШКА БӘЙГЕҺЕ ҮТТЕ

АТАЙҘАР БАЙРАМЫ АЙҠАНЛЫ "МИН ШАШКА УЙНАЙЫМ" ТИП ИСЕМЛӘНГӘН ШАШКА БӘЙГЕҺЕ ҮТТЕ

Октябрь 14, 2023 Просмотров: 13

Байрамды кескәйҙәребеҙ музыкаль сәләм менән асып ебәрҙеләр, күңелле йырҙар һәр бейеүҙәр атайҙарыбыҙға тик көс һәм дәрт өҫтәне. Һәр төркөмдән атайҙар ҡатнашты. Бәйге бик шәп һәм ҡыҙыу барҙы. Атайҙарыбыҙҙың тырышып уйнауы, уйын ҡәғиҙәләрен белеүҙәре беҙҙе тағы ла шатландырҙы. Иң - зирәге, иң - шәбе, иң - башлыһы Валеев Марат Риза улы булып сыҡты. Афарин, ҡотлайбыҙ! 

Атайҙарыбыҙға ҙур-ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, тормош мәшәкәттәренә ҡарамаҫтан, бик фәһемле бәйге лә килеп ҡатнашҡандарын өсөн афариндар. Бөтә атайҙарыбыҙға һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар һәм балаларының изгелеген күреп йәшәргә яҙһын. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!