ӨЛКӘНДӘР ҺӘМ МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛЕК ТӨРКӨМДӘРЕ ӨСӨН ШАШКА ЯРЫШЫ БУЛДЫ
Октябрь 14, 2023
Просмотров: 29
Һәр төркөм иң көслөләрен сығарҙы. Спорт залында бәйге ҡыҙыу барҙы, кескәйҙәр бирешмәй аҙаҡҡа тиклем уйнанылар. Уйын булғас еңеүселәр була, шулай итеп өлкәндәр төркөмө араһында "Йондоҙҙар" төркөмөнән Валеев Тамерлан ҡала ҡимәленә сыҡһа, ә мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән "Толпар" төркөмөнән Имельбаева Камилла сыға. Ҡотлайбыҙ! Ҡатнашыусылар Шашка батшаһынан бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнделәр. Еңеүселәребеҙгә ҡала ҡимәлендә уңыштар һәм еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.