1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 16 ОКТЯБРҘӘ БӨТӘ ДОНЪЯ ИКМӘК КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

16 ОКТЯБРҘӘ БӨТӘ ДОНЪЯ ИКМӘК КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Октябрь 17, 2023 Просмотров: 75

2006 йылдан башлап Халыҡ-ара икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар союзы инициативаһы буйынса Бөтә донъя икмәк көнө байрам ителә. Һәр заманда ла кешеләр икмәккә оло ихтирам менән һаҡсыл ҡараған. Уның урыны өҫтәл түрендә булған. "Икмәктән оло аш юҡ", "Ил ҡеүәте – икмәктә" кеүек халыҡ мәҡәлдәре уның йәшәү символы булып тороуы тураһында һөйләй. Икмәк тарихы бер нисә мең йыллыҡ менән иҫәпләнә. Ғилми тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, тәүге икмәк яҡынса 5 мең йыл элек бешерелгән. Ул саҡта уҡ икмәк төп туйындырыусы булып һаналған һәм ҡояш менән тиңләштерелгән. Икмәк бешереү тылсымлы һәм ҡатмарлы эш булып һаналған.

Ошо байрам уңайында "Толпар" төркөмө тәрбиәләнеүселәре икмәктең барлыҡҡа килеүе тураһында видеояҙма ҡаранылар, төркөмдә "Икмәк - ҙур байлыҡ" исемле күргәҙмә ойошторолдо, балалар икмәк төрҙәре, иген культуралары менән танышты, ҡамырҙан төрлө икмәк тәмлекәстәре әүәләнеләр. Киләсәктә оло хеҙмәт емеше булған икмәкте балалар тағы ла нығыраҡ ҙурлар, ҡәҙерләр тип ышанғы килә. Һәр ваҡыт өҫтәлебеҙҙә хуш еҫле икмәк булһын, икмәктең ҡәҙере булһын!!!