1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "ШАТЛЫҠ" ТӨРКӘМӨНЕҢ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСӘЛӘРЕНӘ БАЙРАМ ОЙОШТОРОЛДО

"ШАТЛЫҠ" ТӨРКӘМӨНЕҢ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСӘЛӘРЕНӘ БАЙРАМ ОЙОШТОРОЛДО

Декабрь 1, 2023 Просмотров: 27

Йыл һайын 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Был көндө һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгәндәргә иғтибар биреү кәрәклеге хаҡында "Ҡурай" балалар баҡсаһы педагогтары һәм ата-әсәләре генә түгел, балалар ҙа яҡшы беләләр. Сөнки ярҙамға мохтаж кешеләргә ярҙам итеү, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булыу осҡоно балалар күңеленә кесе йәштән һалына. Шуның өсөн дә, мөмкинселектәре сикләнгән "Шатлыҡ" төркәмөнең тәрбиәләнеүсәләренә ойошторолған байрамға, "Йондоҙҙар" төркөмө тәрбиәләнеүселәре бик ихлас килделәр. Балаларға йыр-бейеү бүләк иттеләр, уйнанылар, үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәр тараттылар. Ойошторолған сара тәү сиратта, аралашыу мөмкинлеген булдырҙы, балаларҙың үҙ һәләттәрен асырға ярҙам итте, рухи, ихтыяр көсөн, дуҫлыҡ ептәрен нығытты.