1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ҠАЛА ОКРУГЫ БАШЛЫҒЫ А.М. ЮЛДАШБАЕВ БЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНА КИЛДЕ

ҠАЛА ОКРУГЫ БАШЛЫҒЫ А.М. ЮЛДАШБАЕВ БЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНА КИЛДЕ

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 31

Башҡорт теле көнө алдынан Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығы Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев беҙҙең балалар баҡсаһына килде. Ул кескәйҙәр оҙатыуында балалар баҡсаһына сәйәхәт итте, талантлы балаларҙы күреп һөйөндө, рухлы ҡыҙҙар һәм малайҙар сығышын ҡараны, хатта улар менән уйнап та алды. "Ҡурай" балалар баҡсаһында үҙ телен белгән, әсә телендә һөйләшкән балаларҙы күреп, уларға милли юҫыҡта тәрбиә бирелеүенә шаһит булып ҡайтты ҡала башлығы.