1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. КЕСКӘЙҘӘР ҮҘ ТӨЙӘГЕНЕҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕРҘӘР ҺӘМ ТОРМОШТА ҮҘ УРЫНДАРЫН ТАБЫРҘАР ТИП ЫШАНАБЫҘ

КЕСКӘЙҘӘР ҮҘ ТӨЙӘГЕНЕҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕРҘӘР ҺӘМ ТОРМОШТА ҮҘ УРЫНДАРЫН ТАБЫРҘАР ТИП ЫШАНАБЫҘ

Декабрь 12, 2023 Просмотров: 22

Информацион технологиялар ярҙамында үткәрелгән дәрестәр, мәҙәни саралар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй. Ә инде дәрестәрҙә ҡулланылған заманса технологияларҙы ерле материалдар менән үреп алып барыу ҡыҙыҡһыныу ғына үҫтереп ҡалмай, ә балаларҙа тыуған яғыбыҙға, тыуған төйәгебеҙгә һөйөү, уның күренекле шәхестәре менән ғорурланыу тойғоһо уята, ижади эштәргә дәрт бирә.

Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән кескәйҙәр данлыҡлы, батыр яҡташтар өлгөһөндә киләсәктә Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белерҙәр һәм тормошта үҙ урындарын табырҙар тип ышанабыҙ.