БАЛАЛАРҘЫ ИЛҺӨЙӘР ИТЕП ТӘРБИӘЛӘҮҘӘ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНЫҢ ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ МУЗЕЙЫ МӨМКИНЛЕКТӘРЕ УҢЫШЛЫ ФАЙҘАЛАНЫЛА
Декабрь 12, 2023
Просмотров: 20
Бер-нисә йыл дауамында ата-әсәләр, педагогтар тарафынан бында бай материал тупланған. Экспонаттар балаларҙы башҡорт халҡының ижады, үткән тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, уларҙың үҙаңын үҫтерә, әүҙемлеген, ижади һәләтен уята, үҙ халҡына хас булған сифаттар, патриотик хис-тойғолар, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала. Шуға күрә, музей йәш быуындың ышаныслы шәхестәр булып үҫеүенә, быуаттар бәйләнешенә, традициялар һаҡланыуға туранан-тура йоғонто яһай.