1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘСЕЛӘРЕ ҠЫҘЫЛТҮШ КӨНӨН БИЛДӘЛӘП ҮТТЕЛӘР

"БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘСЕЛӘРЕ ҠЫҘЫЛТҮШ КӨНӨН БИЛДӘЛӘП ҮТТЕЛӘР

Январь 15, 2024 Просмотров: 76

Ҡупшыҡай ҡыҙылтүште башҡа бер ҡош менән дә бутау мөмкин түгел. Бигерәк сағыу шул ап-аҡ ҡарға күмелгән ағас ботағында ултырған ҡып-ҡыҙыл түшелдерекле, ҡара бүрекле ҡошҡай.

Беҙҙең яҡтарға улар көҙөн-ҡышын әскелтем миләш, балан емештәрен ауыҙ итергә, саған ағасы бөрөләрен сүпләп туҡланырға ҡайта. Ҡыштың икенсе яртыһында Уралдың һалҡын, ҡарлы-буранлы ҡышынан туйып, әкренләп көньяҡҡа табан юл алалар.