БӨГӨН ҮҘЕНЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНДӘ БЕҘҘЕҢ "ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨ КЕСКӘЙҘӘРЕНӘ ҠАР БАБАЙ ҠУНАҠҠА КИЛДЕ
Январь 18, 2024
Просмотров: 120
18 ғинуар Ҡар бабайҙар көнө. Был көн мөғжизәле, күңелле көн тип тә әйтергә була, сөнки Ҡар бабайҙы балалар барлыҡ фантазияһын, күңелен, көсөн һалып әүәләйҙәр.
Бөгөн үҙенең тыуған көнөндә беҙҙең "Ҡурай" төркөмө кескәйҙәренә Ҡар бабай ҡунаҡҡа килде. Үҙе менән ҡыҙыҡлы уйындар, йомаҡтар, бейеү-йырҙар алып килгән. Ә кескәйҙәр күңелле "Аҡ ҡалас" йырын йырлап, үҙҙәре яһаған открытканы бүләк иттеләр. Шулай уҡ, бирелгән өлөштәрҙе ҡырҡып, ҡағыҙ битенә ҡар бабайҙы яһап йәбештереп ҡуйҙылар. Кескәйҙәр бөтөн эштә лә әүҙем, ихлас, тырышып ҡатнаштылар. Афарин! Ә Ҡар бабай күтәреңке кәйеф менән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп хушлашты.