1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. БЕҘҘЕҢ ЙОНДОҘСОҠТАРЫБЫҘ ӘМИЛӘ ТАШТИМИРОВА ҺӘМ ЛИЛИАНА ЯХИНА КЕСКӘЙ ТЕЛ БИҪТӘЛӘРЕ ҺАЙЛАП АЛЫУ ТУРЫН ҮТЕП, ӨФӨГӘ СЪЕМКАҒА САҠЫРЫЛДЫ

БЕҘҘЕҢ ЙОНДОҘСОҠТАРЫБЫҘ ӘМИЛӘ ТАШТИМИРОВА ҺӘМ ЛИЛИАНА ЯХИНА КЕСКӘЙ ТЕЛ БИҪТӘЛӘРЕ ҺАЙЛАП АЛЫУ ТУРЫН ҮТЕП, ӨФӨГӘ СЪЕМКАҒА САҠЫРЫЛДЫ

Февраль 6, 2024 Просмотров: 97

Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның авторы һәм алып барыусыһы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов. Алып барыусы кескәйҙәргә төрлө темалар буйынса һорауҙар бирә, ә улар башҡорт телендә ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, фәһемле яуап ҡайтара. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә тап ошо йәштәге балаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ проекттың килеп сығыуы бик ҡыуаныслы. Балалар, Шәһит Хамматовтың һорауҙарына ихлас яуап бирәләр, онотолоп китеп әңгәмә ҡоралар, әйтерһең Шәһит ағаларын күптән беләләр. Проект шәп, заманса һәм ябай! Иң мөһиме һөҙөмтәһе юғары буласаҡ, сөнки телебеҙҙең киләсәге - телһөйәр балаларҙы күреү һәм үҫтереүҙә.


Мәғлүмәт сығанағы - https://vk.com/wall-172752428_23327.