1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ӨЛКӘНДӘР ТӨРКӨМӨ АРАҺЫНДА "БЕҘ, БУЛАСАҠ ҺАЛДАТТАР!" ТИП АТАЛҒАН ЯРЫШ-ЭСТАФЕТА ҮТКӘРЕЛДЕ

ӨЛКӘНДӘР ТӨРКӨМӨ АРАҺЫНДА "БЕҘ, БУЛАСАҠ ҺАЛДАТТАР!" ТИП АТАЛҒАН ЯРЫШ-ЭСТАФЕТА ҮТКӘРЕЛДЕ

Февраль 19, 2024 Просмотров: 36

Бәйгене гимн тыңлау менән асып ебәрҙек. Буласаҡ һалдаттарыбыҙ бөтә көстәрен һалып, тик еңеүгә ынтылдылар. Етеҙ, шәп һәм аҡыллы егеттәребеҙ ни тиклем тырышһалар ҙа "Дуҫлыҡ" еңде, афариндар.

Хөрмәтле малайҙар, ир-егеттәр, һәм атайҙар, олатайҙар һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Күк йөҙө һәр ваҡыт аяҙ торһон! Күңелдәрегеҙ тыныс, йөҙҙәрегеҙ яҡты, эштәрегеҙ уң, барыр юлдарығыҙ тигеҙ, уйлаған уй-ниәттәрегеҙ изге булhын!Ә беҙҙең буласаҡ һалдаттарға тик уңыштар һәм гел дә шулай батыр, етеҙ һәм уңған булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.