БӨГӨН "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ МАЛАЙҘАРЫ, АТАЙҘАРЫ, АҒАЙҘАРЫ ҺӘМ ОЛАТАЙҘАРЫ ӨСӨН БАЙРАМ ИРТӘЛЕГЕ ҮТТЕ
Февраль 20, 2024
Просмотров: 19
Байрамда атайҙарыбыҙ эстафета ярыштарында үҙҙәренең етеҙлектәрен күрһәттеләр, ә төркөм малайҙары ла уларҙан ҡалышманы. Балалар башҡарыуында төрлө матур йырҙар, бейеүҙәр һәм шиғырҙар байрамыбыҙҙы тағы ла биҙәне.Бөтә атайҙарҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ. Һәр ғаиләгә - бәхет, татыулыҡ һәм именлек , сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер,әрме сафында булған һалдат атайҙарға уңышлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ. Ватанды һаҡлаусылар байрамы һәр ваҡыт тыныс һәм шатлыҡлы булһын.