21 ФЕВРАЛДӘ ЙЫЛ ҺАЙЫН ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ
Февраль 21, 2024
Просмотров: 19
Был көнгә арнап мәктәпкә әҙерлек "Толпар" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән балаларҙы милли мәҙәниәт ҡиммәттәренә йәлеп итеүгә һәм уларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән викторина ярышы уҙғарылды. Һәм дә ярыштың маҡсаты итеп һәр халыҡтың рухи-әхлаҡи мираҫы, милли символы булараҡ туған телгә ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуҙы алдыҡ. Балалар менән йомаҡтар систек, Башҡортостан һәм Рәсәй флагын йыйҙыҡ, Тыуған илебеҙҙең төрлө билдәле урындарын иҫкә төшөрҙөк ,ҡыҙыҡлы ребустар систек һәм һүҙҙәр төҙөнөк. “Толпар” төркөмө тәрбиәләнеүселәренә викторина ярышы оҡшаны һәм беҙ маҡсатыбыҙға ирештек тип уйлайым.