1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨНДӘ ВАТАН ҺАҠЛАУСЫЛАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ИРТӘЛЕК ҮТТЕ

"ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨНДӘ ВАТАН ҺАҠЛАУСЫЛАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ИРТӘЛЕК ҮТТЕ

Февраль 22, 2024 Просмотров: 36

Ул кескәйҙәргә ир-егеттәр - тыуған илде һаҡлаусылар тигән төшөнсәне аңлатыу, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар менән ғорурланыу тойғоһо, Ватанға һөйөү тәрбиәләү, тыныс, имен тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнеү маҡсатынан ойошторолдо.

Байрамыбыҙ атай-ағайҙар һәм кескәйҙәребеҙ ярҙамында бик сағыу, күңелле, етеҙ барҙы. Һәр уйындарҙа бөтәһе лә барлык көстәрен, күңелдәрен һалып ихлас ҡатнаштылар. Атайҙарға арнап шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар башҡарҙылар, бейеү бейенеләр, үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәр ҙә тапшырҙылар.

Ҡәҙерле беҙҙең ир-аттары, байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙ донъябыҙҙың тотҡаһы. Һау, бәрәкәтле тормошта йәшәгеҙ. Асыҡ күк йөҙөбөҙ тыныс булһын!