21 ФЕВРАЛЬ ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫНДА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН "РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ СУБЪЕКТТАРЫНЫҢ ПОЛИЛИНГВАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ АРАУЫҒЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ" ИСЕМЛЕ IX ХАЛЫҠ-АРА ФӘННИ-МЕТОДИК КОНФЕРЕНЦИЯ ОЙОШТОРОЛДО
Февраль 26, 2024
Просмотров: 15
Шулай уҡ "Үҙ-ара бәйләнештең интерактив формалары аша полилингваль белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусыларының функциональ грамоталылығын формалаштырыу" темаһына методик семинар уҙҙы. Был конференцияла "Ҡурай" балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Газизова Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы ҡатнашты. Ул “"Хәреф китабы" (Буквабук) аша һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың рус, башҡорт телендә өн анализы һәм фонематик ишетеү һәләтен формалаштырыу“ темаһына оҫталык дәресен күрһәтте һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Педагог конференция бай йөкмәткеле, бик фәһемле, юғары кимәлдә үтте, ти һәм барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.