1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМДАР, ИРТӘЛЕКТӘР ҮТӘ

ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМДАР, ИРТӘЛЕКТӘР ҮТӘ

Март 7, 2024 Просмотров: 36

"Ҡурай" төркөмөндә лә әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә арналған үҙенсәлекле байрам үтте. Кескәйҙәр "Тылсымлы ҡумта"лағы әсәйҙәр теләктәрен тормошҡа ашырып, үҙҙәренең һәр яҡлап һөнәрҙәрен күрһәтеп байрамды биҙәнеләр. Шапокляк, Яҙһылыу кисәбеҙҙең ҡунаҡтары булып, әсәй-өләсәйҙәрҙе, ҡыҙҙарҙы ҡотлап, уйындарын уйнатып, балаларға мөғжизәле сәскәләр бүләк итеп уларҙың кәйефтәрен тағы ла күтәрҙеләр. Байрам күңелле, сағыу, йылы атмосфералы, сюрпризлы моменттар менән уҙҙы.

Ҡәҙерле әсәй-өләсәйҙәр, ҡыҙҙар һеҙҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ. Яҙ ҡояшы кеүек балҡып, тирә-яҡҡа нурҙар һибеп йәшәгеҙ. Һеҙ бит донъяның йәме!