"ЙОНДОҘҘАР" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ӨСӨН "ЙӘШ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР" ТИП АТАЛҒАН СПОРТ САРАҺЫ ҮТТЕ
Апрель 27, 2024
Просмотров: 30
Тиҙҙән йәмле йәйҙәр, оҙайлы каникулдар етә. Тап ошо ваҡытта янғын хәүефе тыуыуы ихтимал. Өйҙәге электр приборҙары, газ плитәләре, шырпы – барыһы ла ҡул аҫтында. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер балалар ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәй. Шырпыны нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында һөйләшеү алып барылды һәм спорт уйыны аша ҡәғиҙәләрҙе иҫкә төшөрөп үттек.