ТӨРКӨМДӘРҘӘ ЕҢЕҮ БАЙРАМЫНА БАҒЫШЛАНҒАН САРАЛАР ҮТТЕ
Май 10, 2024
Просмотров: 55
Ваҡыт ҡуласаһы һис туҡтамай... Бөйөк Еңеү бүләк иткән йәмле ҡыуаныслы яҙ көнө йылдан-йыл беҙҙән алыҫлаша. Әммә һуғыш шаңдауы онотолмай... Ҡыҙғанысҡа күрә, ветерандар сафы һирәгәйә бара. Ә шулай ҙа, беҙ, батыр яугирҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алып, еңеү көнөнә арналған тантаналы сараларҙы әүҙем үткәреп торабыҙ. Балаларға төрлө видеопрезентациялар, хикәйәләр ,шиғырҙар һөйләйбеҙ. Сөнки беҙ киләсәк быуынды көслө, батыр, ҡыйыу итеп үҫтерегә тейешбеҙ.
Етеп килгән Еңеү көнө айҡанлы беҙҙең дә балалар баҡсаһында гөрләп байрамдар үтеп китте. Кескәйҙәр шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр әҙерләне, көстәрен һынап ярышып та алдылар...
Киләсәк быуынды илебеҙҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләйек! Күгебеҙ аяҙ, үҙебеҙ һау, имен тормошта йәшәйек!