1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 15 МАЙ ХАЛЫҠ-АРА ҒАИЛӘ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

15 МАЙ ХАЛЫҠ-АРА ҒАИЛӘ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Май 15, 2024 Просмотров: 47

Ғаилә темаһына әңгәмәләр, өҫтәл уйындары уйнау, төркөмдәге музейҙа сәйәхәт итеү, "Минең ғаиләм" тип аталған плакаттар менән сығыш яһау, һәр бала үҙ ғаиләһе менән таныштырҙы һәм "Балалар баҡсаһы минең икенсе ғаиләм" тип аталған коллектив эш башҡарҙылар.

Ғаиләһендә, өйөндә бәхетле булған кешенең күңеле бөтөн, тормошҡа һөйөүе көслө була. Эргәбеҙҙә беҙҙең аңлаған яҡындарыбыҙ булыуы - үҙе бер бәхет. Ошо бәхеттең ҡәҙерен белеп, тормош юлдаштарыбыҙға, балаларыбыҙға, атай-әсәйҙәребеҙгә һөйөү-ихтирамыбыҙҙы йәләмәйенсә, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтар! Ғаиләгеҙ ныҡлы, мөхәббәтле, эштәрегеҙ уң булһын, үҙ-ара аңлашып, яратып, яратылып йәшәгеҙ!