"ТИҪТЕР" ЙӘШТӘР ҺӘМ ҮҪМЕРҘӘР КЛУБЫНДА "ЙЫРАЛЫШ" МУЗЫКАЛЬ УЙЫНЫНДА "ҠУРАЙ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНЫҢ ПЕДАГОГТАРЫ ҠАТНАШТЫ
Май 16, 2024
Просмотров: 69
Уйынды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин тәбрикләне. Сараны Сибай ҡоролтайының йәштәр комиссияһы рәйесе Фәрүәз Рафиҡов алып барҙы.
Музыкаль уйында катнашыусылар башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен, ретро, хәҙерге заман, башҡорт рок һәм рэп музыкаһы көйҙәрен танып, атамаһын һәм башҡарыусыһын әйтергә тейеш ине.
Уйын бик ҡыҙыу, ялҡынлы һәм күңелле барҙы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, ҡатнашҡан педагогтарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбез һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!