БӨГӨН – БӨТӘ ДОНЪЯ БАЛ ҠОРТТАРЫ КӨНӨ!
Май 20, 2024
Просмотров: 60
20 май Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан ителгән, сөнки ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша ошо көндә тыуған.
"Бөркөт" төркөмө тәрбиәләнеүселәре был матур көндө лә билдәләп үттеләр. Төрлө хәрәкәт уйындар, өҫтәл һәм сюжетлы уйындар уйнанылар. Аҙаҡтан бергәләшеп бал ҡорттары өсөн ташландыҡ материалдарҙан кәрәҙ эшләп тә ҡуйҙылар. Бал ҡортоноң файҙаһы бик ҙур һәм күп төрлө. Бал ҡорттары туҡлыҡлы һәм шифалы бал, шулай уҡ төрлө техник маҡсаттарҙа ҡулланыла торған балауыҙ бирә. Бал ҡорто ағыуы ла шифалы үҙенсәлеккә эйә, уны байтаҡ аурыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланалар. Бал ҡорттары күп үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә мөһим роль уйнай.