22 АВГУСТ СИБАЙ КОНЦЕРТ-ТЕАТР БЕРЕКМӘҺЕ БИНАҺЫНДА ҠАЛА ПЕДАГОГИК ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕНЕҢ АВГУСТ КӘҢӘШМӘҺЕ УҘҘЫ
Август 23, 2024
Просмотров: 1908
Конференция барышында үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһап, быйылғы уҡыу йылына бурыстар һәм үҫеш юлдары билдәләнде. Шулай уҡ иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Мәғәриф өлкәһендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе уҙғарыу уңайынан "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хасаева Гөлшат Зияитдин ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаты һәм уҡытыусы-логопед Гәзизова Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы Сибай ҡала округы хакимиәтенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр. Хөрмәтле коллегаларыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ!