1 ОКТЯБРЬ "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ АТА-ӘСӘЛӘРЕ ӨСӨН ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНЫҢ ТӘҮГЕ АТА-ӘСӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШЫ ҮТКӘРЕЛДЕ
Октябрь 16, 2024
Просмотров: 34
Көн тәртибендә, балалар баҡсаһының психологы Лилиә Урал ҡыҙы бик фәһемле сығыш яһаны. Балаларҙың бөтә яҡлапта хәүефһеҙлеге тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләне. Ата-әсәләрҙең һорауҙарына тулы яуаптар бирҙе. Шулай уҡ, балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Зөлфиә Рафиҡ ҡыҙы, тел серҙәрен асты һәм үҙенең түңәрәк эше тураһында күп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Яңы уҡыу йылының пландары, бурыстары һәм маҡсаттары менән дә танышып үттеләр.