"ТОЛПАР" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫНА СӘЙӘХӘТКӘ БАРҘЫЛАР
Октябрь 17, 2024
Просмотров: 36
Сабыйҙар көтһөндәр атайҙы,
Көтһөндәр тик эштән ҡайтҡанды!
Атайҙар, атайҙар, атайҙар...
Гел алда, гел алда атлайҙар.
Кескәйҙәр атайҙар көнөнә арналған тематик дәрестә булып ҡайттылар. Беҙҙе бик йылы, ихлас ҡаршы алдылар. Атайҙар тураһында әңгәмә ҡороп төрлө китаптар ҡараныҡ. Улар беҙҙең батырҙарыбыҙ, терәк-таянысыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ икәнен телгә алып ғорурландыҡ. Атайҙарға бүләк итеп балалар һүрәт төшөрҙөләр. Шулай уҡ, башҡорттарҙың сағыу, бай тирмәһе менән дә яҡындан таныштырып киттеләр. Балалалар шиғыр,йырҙар, бейеүҙәр аша саҡырғандары өсөн ҙур рәхмәт әйттеләр.
Атайҙарыбыҙҙы байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ер йөҙөндә һеҙ булғанда бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел!