1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨНДӘ БАШҠОРТСА ШИҒЫР ҺӨЙЛӘҮ БӘЙГЕҺЕ ҮТТЕ

"БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨНДӘ БАШҠОРТСА ШИҒЫР ҺӨЙЛӘҮ БӘЙГЕҺЕ ҮТТЕ

Октябрь 17, 2024 Просмотров: 76

Бәйге "Телеңде һаҡла! Ул һинең киләсәгең" тигән девиз аҫтында үткәрелде.

Тел - халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. Шуның өсөндә үҙ телебеҙгә һөйөү, башҡортса һөйләшеү, уға ҡарата иғтирам тәрбиәләү маҡсаты менән дә был бәйге үткәрелде. Бәйге булғас еңеүсе лә була, Гран-при яулаусы Графенина Әмирә булып сыҡты. Афарин! Бәйгелә ҡатнашҡан балалар, бөтәһе лә тырышып ятланылар, ҡатнашыусылар ҙа бик күп булды, тимәк туған телебеҙҙең киләсәге бар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.