БӨГӨН ӨЛКӘНДӘР ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ МЕНӘН "ДӨРӨҪ ТУҠЛАНЫУ - СӘЛӘМӘТЛЕК НИГЕҘЕ" ТЕМАҺЫНА ДӘРЕС ҮТТЕ
Октябрь 24, 2024
Просмотров: 64
Сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре менән таныштырыу маҡсатында, бөгөн өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән "Дөрөҫ туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе" темаһына дәрес үтте. Һәр йәшелсә-емештә организм өсөн файҙалы витаминдар бик күп булыуын билдәләп үттеләр. "Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ" уйыны аша балалар - чипсы, чупа-чупс, газлы һыуҙарҙың организм өсөн зарарлы булыуын асыҡланылар. Магазинда һатылған йогурттарға ҡарағанда, әсәйҙәр эшләгән ҡатыҡҡа емеш-еләк һалып ашау - тәмле лә, файҙалы ла икәнен белделәр. Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше менән таныштырыу, дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡҡа йоғонтоһон аңлатыу бик фәһемле булды.