"БАЛ ҠОРТТАРЫ" ТӨРКӨМӨ АТА-ӘСӘЛӘРЕ ӨСӨН ТӘҮГЕ АТА-ӘСӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШЫ ҮТТЕ
Ноябрь 1, 2024
Просмотров: 35
Осрашыу уйын формаһында танышыуҙан башланды.
Өлкән тәрбиәсе Нурия Зиннур ҡыҙы балалар баҡсаһының быйылғы уҡытыу -тәрбиә эше, балалар баҡсаһының тормошо һәм иртә йәштәге балаларының йәш үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Балалар баҡсаһы педагог-психологы Ишкулова Лилиә Урал ҡыҙы адаптация тураһында сығыш яһаны.
Ата-әсәләр йыйылышы асыҡ диалог формаһында үтте, уның барышында ата -әсәләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса тулы мәғлүмәт алыу мөмкинселегенә эйә булдылар.