4 НОЯБРЬ КӨНӨ - ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ
Ноябрь 3, 2024
Просмотров: 12
Рәсәй халыҡтары берҙәм ғаилә булып йәшәй. Был байрам ҙур әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, киләсәк быуынды илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта. "Ҡурай" балалар баҡсаһының төркөмдәрендә балалар менән төрлө әңгәмәләр, эшмәкәрлектәр үткәрелде. "Толпар", "Бөркөт" өлкән төркөмдәре, "Аҡҡош" "Йондоҙҙар" мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре өсөн ошо көнгә арналған сара үтте. Балалар Рәсәй илебеҙ буйлап сәйәхәткә сыҡты, илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтар менән танышты. Ҡыҙыҡлы сәйәхәт әйлән-бәйлән йөрөү менән тамамланды.
Һәр бала үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланып үҫергә тейеш. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ!