"ҠУРАЙ" КЕСКӘЙҘӘР ТӨРКӨМӨНДӘ "һАУАЛАҒЫ ШАРҘАР" ТИГӘН ТЕМАҒА ҺҮРӘТ ТӨШӨРӨҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ ҮТТЕ
Ғәҙәти булмаған һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнеү - бала өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Буяуҙар ҡулланылып ҡоролған "уйындар" балаға күп шатлыҡ килтерә. Һүрәттәрҙә бала тирә-яҡтағы күренештәрҙе генә түгел, үҙенең фантазияһын да сағылдыра. Ыңғай хис-тойғолар балаларҙың психик һаулығы һәм именлеге нигеҙен тәшкил итеүен оноторға ярамай. Бындай эшмәкәрлектә баланың танып белеүе әүҙем үҫешә. Балалар әйберҙәрҙе һәм күренештәрҙе һүрәтләгәндә уларҙы таный, үҙен уратып алған донъя тураһында күҙаллауҙар барлыҡҡа килә. Һәр яҡлап ижади үҫешеү файҙалы һәм бөтә балаларға ла кәрәк. Әммә бөтә балалар ҙа һүрәт төшөрөргә яратмай, ә бына штамп менән төшөрөү техникаһы бөтә балаларға ла, хатта өлкәндәргә лә оҡшай. Ошо алымды ҡулланып, "Ҡурай" кескәйҙәр төркөмөндә "Һауалағы шарҙар" тигән темаға һүрәт төшөрөү эшмәкәрлеге үтте. Сок һауыты ҡапҡастарын штамп итеп ҡулланып, балалар ҡыҙыҡһынып, дәртләнеп һүрәт төшөрҙөләр.