12 НОЯБРЬ БЕҘҘЕҢ ИЛДӘ "ҠАРАБАШ ТУРҒАЙ" КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ
Ноябрь 12, 2024
Просмотров: 118
"Шишмәкәй" төркөмөнөң тәрбиәләнеүселәре лә был экологик байрам көнөн ҡаршы алдылар. Был тематик көндө балалар менән тыуған яҡтың ҡоштары тураһында төрлө йүнәлештә эшмәкәрлектәр ойошторолдо: уйындар уйнаныҡ, йомаҡтар ҡойҙоҡ, ҡарабаш турғайҙарҙы һүрәткә төшөрөп, кескәйҙәр бер-береһенә күрһәтеп ҡыуандылар.
Шаян турғайҙар күңелле сырҡылдаһын өсөн һыуыҡ буранлы, ҡышты туҡ ҡышларға тейештәр! Шуға күрә кескәйҙәр менән тағараҡҡа ем һалып, ағасҡа элеп тә ҡуйҙыҡ. Беҙгә файҙалы эш – ҡоштар ҙа туҡ.