"ОКОП ШӘМДӘРЕ ҺАЛДАТТАРЫБЫҘҘЫ ЙЫЛЫТҺЫН!" ТИГӘН АКЦИЯҒА "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ҺӘМ АТА-ӘСӘЛӘРЕ ҠУШЫЛДЫ
Ноябрь 19, 2024
Просмотров: 79
Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур.
Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреү һәр беребеҙҙең ҡулынан килә, ҡалғандарҙа әүҙем булырҙар тип ышанып ҡалабыҙ.