"ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨНДӘ "МИНЕҢ ӘСӘЙЕМ ҠАЙҘА?" ИСЕМЛЕ ӘКИӘТ ҠУЛ ТЕАТРЫ АША КҮРҺӘТЕЛДЕ
Ноябрь 21, 2024
Просмотров: 26
Тышта ноябрь. Көндәр ҡыҫҡарҙы һәм һыуытты. Тап ошо ноябрь айында ғына бер байрам бар. Ул йылылыҡ һәм изгелек килтерә, беҙҙе яҡшыраҡ, иғтибарлыраҡ булырға өндәй. Ул көн — Әсәләр көнө! "Ҡурай" төркөмөндә был байрам бик күңелле үтте. Әсәйҙәр тәрбиәселәр менән берлектә "Минең әсәйем ҡайҙа?" исемле әкиәтте ҡул театры аша күрһәттеләр. Был әкиәт өсөн әсәйҙәр үҙ ҡулдары менән зауыҡлы итеп атрибуттар тектеләр, әкиәттең һүҙҙәрен ятлап әҙерләнделәр. Балалар иғтибар менән мауығып ҡаранылар. Бәләкәстәр әсәйҙәре өсөн әҙерләгән йырҙарын, бейеүҙәрен бейеп күрһәтте.Байрам балаларға ла, әсәйҙәргә лә бик оҡшаны.