БӨГӨН "ШИШМӘКӘЙ" ТӨРКӨМӨНДӘ ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ТЕМАТИК САРА ҮТТЕ
Ноябрь 21, 2024
Просмотров: 17
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
Балаларҙың матур йырҙарын, бейеүҙәрен күрергә Лунтик та килеп еткән. Сара бик күңелле үтте. Кескәйҙәр Әсәйҙәренә открытка эшләп бүләк иттеләр.