"ЙОНДОҘҘАР" МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛЕК ТӨРКӨМӨНДӘ ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БИК МАТУР, БАЙ ЙӨКМӘТКЕЛЕ БАЙРАМ САРАҺЫ ҮТТЕ
Ноябрь 21, 2024
Просмотров: 61
"Әсәй" тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Әсә көнө - күңел йылылығы, ихласлыҡ менән тулы үҙенсәлекле байрам, шуға ла донъяла бөтә балалар ҙа иң ҡәҙерле кешеләрен - үҙ әсәләрен ҡотлай.
Сараның төп маҡсаты - мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙә әсәләргә хөрмәт уятыу менән бергә ижади һәләттәрен үҫтереү, әсәйҙәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткереү. Әсәйҙәр өсөн иң ҙур бүләк - балаларҙың йөрәк түренән сыҡҡан йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм уларҙың уңыштары.
Байрам менән ҡәҙерле әсәйҙәр!