ҺАУЛЫҠ МӨМКИНСЕЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАР ТӨРКӨМӨ ӨСӨН ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ ҮТКӘРЕЛДЕ
Ноябрь 21, 2024
Просмотров: 148
Әсәй! Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йөрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.