1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 27 НОЯБРЬ "БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ РЕГИОНАЛЬ ҺӘМ ЭТНОМӘҘӘНИ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН САҒЫЛДЫРҒАН ИҢ ЯҠШЫ УҠЫУ-МЕТОДИК КОМПЛЕКТЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫНЫҢ ЙОМҒАҠЛАУ ЭТАБЫ ҮТТЕ

27 НОЯБРЬ "БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ РЕГИОНАЛЬ ҺӘМ ЭТНОМӘҘӘНИ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН САҒЫЛДЫРҒАН ИҢ ЯҠШЫ УҠЫУ-МЕТОДИК КОМПЛЕКТЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫНЫҢ ЙОМҒАҠЛАУ ЭТАБЫ ҮТТЕ

Декабрь 3, 2024 Просмотров: 36

27 ноябрь Мәғарифты үҫтереү институтында Башҡортостан Республикаһының региональ һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған иң яҡшы уҡыу-методик комплектын эшләгән авторҙарҙы һәм автор коллективтарын билдәләү, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыу буйынса методик базаны камиллаштырыу маҡсатында "Башҡортостан Республикаһының региональ һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған иң яҡшы уҡыу-методик комплекты" республика конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Был конкурста беҙҙең тәрбиәсебеҙ Хасаева Гөлшат Зияитдиновна ҡатнашты. Гөлшат Зияитдиновна ике этаптан торған конкурста абруйлы жюри ағзалары алдында методик ҡулланмаһын яҡлап, уңышлы сығыш яһап сертификат менән бүләкләнде. Педагогыбыҙға артабан да эшендә уңыштар, яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!