СИБАЙ ҠАЛАҺЫНДА "БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ТУҒАН ТЕЛДӘ УҠЫТЫУ ОЙОШТОРОЛҒАН МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫНЫҢ ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" КОНКУРСЫНЫҢ МУНИЦИПАЛЬ ЭТАБЫНЫҢ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ БИЛДӘЛӘНДЕ
Бәйге иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарылды.
Тәрбиәсе - ябай һөнәр түгел, бала күңеленең белгесе тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып, бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән, һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өҫтөндә булған, балалар тәрбиәләүҙә, уларға төплө белем биреүҙә юғары маҡсаттарға өлгәшкән педагогтар "Йыл педагогы-2025" конкурсының муниципаль этабында 15 педагог һынау тотто. "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Амирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы барлыҡ этаптарҙа лайыҡлы сығыш яһап "Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булып танылды. Ләйсән Хәдит ҡыҙына республика кимәлендә уңыштар, ижади идеялар һәм еңеү теләйбеҙ!