1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "ОКОП ШӘМДӘРЕ ҺАЛДАТТАРЫБЫҘҘЫ ЙЫЛЫТҺЫН!" ТИГӘН АКЦИЯҒА "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ҺӘМ АТА-ӘСӘЛӘРЕ БИК ӘҮҘЕМ ҠУШЫЛДЫЛАР

"ОКОП ШӘМДӘРЕ ҺАЛДАТТАРЫБЫҘҘЫ ЙЫЛЫТҺЫН!" ТИГӘН АКЦИЯҒА "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ҺӘМ АТА-ӘСӘЛӘРЕ БИК ӘҮҘЕМ ҠУШЫЛДЫЛАР

Декабрь 7, 2024 Просмотров: 55

Һалдаттарға ярҙам итеү теләктәрен белдергән "Бөркөт" төркөмө тәрбиәләнеүселәренең ғаиләләре бөгөнгө көндә һалдаттарыбыҙҙың еңеүенә ышанып, сатлама һыуыҡ ҡыштарҙы имен һау үткәрһендәр өсөн, ҙур теләк менән окоп шәмдәрен эшләп тапшырҙылар. Кескәйҙәр окоп шәмдәрен генә түгел, ә үҙҙәренең күңел йылыһында уларға бирә.

Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур.

Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреү һәр беребеҙҙең ҡулынан килә, ҡалғандарҙа әүҙем булырҙар тип ышанып ҡалабыҙ.