"ТОЛПАР" ТӨРКӨМӨНДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АЙҠАНЛЫ ТЕМАТИК САРАЛАР ҮТТЕ
Декабрь 13, 2024
Просмотров: 141
14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен. Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!
Ошо уңайҙан "Толпар" төркөмөндә башҡорт теле көнөнә айҡанлы тематик саралар үтте: башҡорт әкиәттәрен һөйләнеләр, башҡорт халҡының тирмәһе, кейемдәре, балаҫтары менән таныштылар, матур, сағыу түшелдеректәр эшләнеләр.