БСТ КАНАЛЫНДА "МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ ШИҒЫР ҺӨЙЛӘҮ" КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
Декабрь 16, 2024
Просмотров: 23
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап республика кимәлендә ойошторолған "Милли кейемдә шиғыр һөйләү" конкурсына БСТ каналында "Бәхнетнамә" тапшырыуы студияһында йомғаҡ яһалды. Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Каипова София (тәрбиәсеһе Бигильдина Ю.И.) Нәилә Гөбәйҙуллинаның "Башҡортостан" тип исемләнгән шиғырын яттан һөйләп төркөмдәштәр һайлауы буйынса I урын һәм Файзуллин Данияр Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы" шиғырын яттан һөйләп махсус призға дәғүә иттеләр. Шиғыр һөйөүселәр диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнделәр. Афарин, София һәм Данияр!