14 ДЕКАБРЬ КӨНӨ ЙЫЛ ӘЙЛӘНӘҺЕНӘ ҮТКӘРЕЛГӘН САРАЛАРҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
Декабрь 14, 2024
Просмотров: 13
14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Шулай, бер көнлөк байрамға ғына әйләнеп барамы, телебеҙ? Юҡ. Беҙ, педагогтар, был көндө телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ҡоролған йыллыҡ эшебеҙгә йомғаҡ яһайбыҙ. Йыл әйләнәһенә балалар араһында матур бәйгеләр, телде өйрәнеүгә ҡоролған ҡыҙыҡлы уйындар, йыйылыштар, осрашыуҙар үткәрелә, телгә арналған әһәмиәтле һорауҙар хәл ителә, яңы педагогик технологиялар өйрәнелә. Сөнки, беҙ тел һаҡсылары, заман менән бергә атлайбыҙ, мираҫ итеп бирелгән телебеҙҙе һаҡлайбыҙ. Ә 14 декабрь көнө үткәрелгән сараларҙың һөҙөмтәләрен барлайбыҙ.