"БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨНДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН "ҺАУМЫ, ҺАУМЫ ӘКИӘТ" БӘЙГЕҺЕ ҮТКӘРЕЛДЕ
Кескәйҙәр үҙ туған телендә бик матур башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙеләр. Ни өсөн әкиәт? Сөнки Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ынйыларының береһе булған әкиәттәребеҙҙе өйрәнеү, таратыу һәм уларҙы һөйләү аша мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең телмәрҙәрен, һүҙ байлыҡтарын, поэтик һәм импровизаторлыҡ таланттарын үҫтереү, телмәр, фекер мәҙәнилеген камиллаштырыу , хәтерҙәрен һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелде сара. Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була, әлбиттә. Был бәйгелә еңеүселәр Баҙарғолова Алтынай менән Каримова Элина булып сыҡтылар. Йәш әкиәтселәребеҙҙең һәр сығышын талапсан жюри ағзалары,"Ҡурай" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Нуриә Зиннур ҡыҙы һәм уҡытыусы-логопед Зөлфиә Рафиҡ ҡыҙы баһаланы. Еңеүселәребеҙ маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.