1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. СИБАЙ ҠАЛАҺЫНЫҢ "ТИҪТЕР" ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР КЛУБЫНДА "ЙӘШ ҒАИЛӘ-2024" КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

СИБАЙ ҠАЛАҺЫНЫҢ "ТИҪТЕР" ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР КЛУБЫНДА "ЙӘШ ҒАИЛӘ-2024" КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

Декабрь 24, 2024 Просмотров: 73

"Ҡурай" балалар баҡсаһынан Сәғәдәтовтар ғаиләһе мәртәбәле конкурста еңеүсе тип табылды. Ете йыл бәхетле никахта йәшәгән Юлиә менән Арыҫлан кыҙ менән малайға әсәй һәм атай. Айлина бейеү, йыр менән мауыға, әкиәттәрҙе оҫта һөйләһә, Ислам һүрәт төшөрөргә һәм футбол уйнарға ярата.

Уларҙың ғаилә берҙәмлеге, тәбиғәткә һөйөү, милли традицияларҙы хөрмәт итеү нигеҙҙендә ҡоролған. Сәғәдәтовтар әйтеүенсә, ғаилә бәхетенең сере, тәү сиратта, бер-береңде яратыуҙа, үҙ-ара аңлашыуҙа, хөрмәт һәм ярҙам итеүҙә тора, Һәм, әлбиттә, тоғролоҡта, сөнки ышаныс нигеҙендә төҙөлгән мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт ныҡлы буласаҡ.

Сәғәдәтовтар ғаиләһен мәртәбәле конкурста лайыҡлы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғаилә усағығыҙ һаулыҡ, именлек һәм күңел йылыһы менән тулһын, һәм бөтә изге эштәрҙә уңыштар юлдаш булһын!