"ТОЛПАР" ТӨРКӨМӨНДӘ "МӘСКӘЙ ӘБЕЙҘЕҢ ТУРАГЕНСТВОҺЫ" ТИП АТАЛҒАН ЯҢЫ ЙЫЛ ИРТӘЛЕГЕ ҮТТЕ
Ысын әкиәт доньяһына эләгеп, балалар, ата-әсәйҙәр менән төрлө илдәргә сәйәхәт иттек. Испанка, Кикимора, Атаманша, Барышня, Мәскәй Әбей һәм уның турагенство өйө байрамға йәм, сағыулыҡ өҫтәп балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Кисәбеҙ күңелле уйындарға, йыр-бейеүҙәргә, сюприз моменттарға бай булды. Һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Йылан байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтары булдылар. Йыл буйына балалар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткәндәре өсөн Ҡыш бабай бүләктәр таратты, "Яңы йыл" күргәҙмәһендә поделкалар эшләп актив ҡатнашҡандары өсөн грамоталар тапшырылды.
Шулай уҡ, балалар баҡсаһында ойошторолған "Иң яҡшы Яңы йыл фотозонаһы" конкурсында ҡатнашып Гран При яуланыҡ. Ата-әсәйҙәрҙгә ҙур рәхмәт! Күңелдәрен һалып, фантазияларын егеп эшләнгән фотозона, ысынлап та тылсымлы донья кеүек ине. Афарин, балалар, ата-әсәйҙәр!
Бөтәгеҙҙе лә етеп килгән Яңы 2025 йыл менән! Йылан йылы уңыштар, ҡыуаныстар, бәхеттәр килтерһен. Күк йөҙөбөҙ аяҙ, донъялар тыныс булһын!