"ТОЛПАР" ТӨРКӨМӨ БАЛАЛАРЫ ӨСӨН "ҠЫШҠЫ УЙЫНДАР" ИСЕМЛЕ КҮҢЕЛ АСЫУ САРАҺЫ ҮТКӘРЕЛДЕ
Январь 24, 2025
Просмотров: 95
Ҡыштың килеүенә айырыуса кескәйҙәр ныҡ шатлана һәм был осраҡлы түгел, сөнки был миҙгел балаларға ял ваҡыттарын ҡышҡы саф һауала күңелле һәм һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә күп мөмкинселек бирә.
"Толпар" төркөмө балалары өсөн "Ҡышҡы уйындар" исемле күңел асыу сараһы үткәрелде. Балалар ике командаға бүленеп көс һынаштылар. "Ашатлап сығыу", "Тигеҙлек тотоу" кеүек хәрәкәтле спорт уйындары уйнанылар, "Кем мәргән?" уйындары аша мәргәнлектә һәләттәрен камиллаштырҙылар. Ярыш һуңында ике команда ла бер үк мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде.
Бәләкәстәргә был сара бик оҡшаны. Балалар саф һауанан көс-ғәйрәт һәм күтәренке кәйеф алып керҙеләр.