1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАЛАРЫНДА ТУҒАН ТЕЛДӘ БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ ДАУАМ ИТӘ

"БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАЛАРЫНДА ТУҒАН ТЕЛДӘ БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ ДАУАМ ИТӘ

Февраль 5, 2025 Просмотров: 131

3 февраль Өфө ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжында "Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы" конкурс этабында тәрбиәселәр көс һынашты.

Педагогтар ата-әсәләр алдында тәҡдим ителгән темаларға әңгәмә ҡорҙо, баланы тәрбиәләү, тел мәсьәләләре буйынса үҙҙәренең педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

"Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы ла үҙенең педагогик оҫталығын, ата-әсәләр, балалар менән эшләү тәжрибәһен, ижади һәләтен күрһәттеп, бәйгенең I тур һөҙөмтәләре буйынса финалға үтте.

Киләһе конкурс этабы – "Оҫталыҡ дәресе". Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә. Оло бәйгегә йөрьәт итеп сыҡҡан Ләйсән Хәдит ҡыҙына артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Өлкән тәрбиәсе Вәлеева Н.З.