"ҠУРАЙ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ТӘРБИӘСЕҺЕ "ТУҒАН ТЕЛДӘ БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫНДА ҠАТНАША
Февраль 16, 2025
Просмотров: 87
"Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы "Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп 32 тәрбиәсе араһында иң яҡшы биш тәрбиәселәр исемлегенә тәғәйен булып "Министр менән әңгәмә" конкурс этабында ҡатнаша.
Өфө ҡалаһында "Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсының икенсе туры тамамланды. Икенсе тур "Оҫталыҡ дәресе" һәм "Брифинг" этаптарынан торҙо. "Оҫталыҡ дәресе" конкурсы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. Финалистар балаларҙың телмәрен үҫтереү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү буйынса ҡыҙыҡлы эш алымдары менән бүлеште. Студенттар - буласаҡ педагогтар оҫталыҡ дәрестәрендә бик теләп ҡатнашты, белем һәм тәжрибә тупланы. Жюри ағзалары сығышты методик нигеҙле, практик әһәмиәтле булыу йәһәтенән баһаланы. “Брифинг” һынауында 15 бәйгесе ҡатнашты. Конкурсанттарға ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләнде. Һорау биреүселәр араһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) Президиумы председателе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Килсенбаев Урал Таһир улының, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловнаның, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улының, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙының, Башҡортостан Республикаһы татар конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ахунова Зәлия Рәфис ҡыҙының булыуы сараға бәҫ өҫтәне.
Ләйсән Хәдит ҡыҙына "Министр менән әңгәмә" конкурс этабында ла уңыштар юлдаш булһын!