"ШАТЛЫҠ" ТӨРКӨМӨНДӘ ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН МАТУР САРА ҮТТЕ
Март 7, 2025
Просмотров: 159
Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп, йүгерек гөрләүектәр менән йүгереп яҙҙың беренсе айы - март та килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм иң наҙлы байрамы менән башланып китә. 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Ошо байрамға арналған "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Шатлыҡ" төркөмөндә матур сара үтте. Байрам менән ҡотлап балалар сығыш яһаны. Йырлап-бейеп, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәттеләр һәм барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк иттеләр. Ә әсәйҙәр, үҙ сиратында, күңелле конкурс-уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар.
Беҙгә матур байрам үткәреүсе музыкаль етәксеһенә Ләйсән Нуриман ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ!